Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 16:25

Йәйге лагерҙар ойоштороласаҡмы?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров был йәйҙең иң көнүҙәк һорауҙарының береһенә асыҡлыҡ индерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров был йәйҙең иң көнүҙәк һорауҙарының береһенә асыҡлыҡ индерҙе.
“Миңә ата-әсәләр йәйге ялға ҡағылышлы күп һорау бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемиологик хәл сәбәпле беҙ йәнә мәктәп янындағы һәм ҡала ситендәге лагерҙарҙы асыуҙы кисектереп торорға мәжбүрбеҙ. Йәй ваҡытында балаларҙың шөғөлһөҙ ҡалыуын яҡшы аңлайбыҙ. Был ата-әсәгә өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра”, – тине ул һәм был проблеманы хәл итеү юлын бәйән итте.
20 июлдән лагерҙар онлайн тәртиптә эшләй башлаясаҡ. Был тәжрибә йәй башында ҙур уңыш ҡаҙана, Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең Краснодар, Төмән, Силәбе, Свердлов өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Ямал-Ненец округынан 89 меңдән ашыу бала онлайн-сменаларҙа ҡатнаша.
Онлайн лагерҙа ял итеү бушлай, интернет ҡына булһын.
Балалар өсөн бизнес-проекттарҙың презентациялары, квиз-плиздар, челленджтар, ярыштар буласаҡ. Шулай уҡ “Уңышлы балалар мәктәбе”, кибер-спорт буйынса ярыштар, “Эшлекле этикет”, “Халыҡ алдында сығыш яһа” модулдәре, “Республикабыҙ брендтары” проекты сиктәрендә балаларҙың ижади сығыштары булдырыласаҡ.
Был йәһәттән тулыраҡ мәғлүмәт һәм тәғәйен һылтанмалар һуңыраҡ буласаҡ.
Фото: “Фейсбук”
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: