Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 11:18

Туғанын ерләргә китеп барғанда...

Көйөргәҙе районында туғанын ерләргә китеп барған оло йәштәге ир менән ҡатын

аварияға эләккән.
Был фажиғә 14 июлдә Яңы Мораптал – Түлгән юлының 1-се километрында теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ырымбур өлкәһенән 75 йәшлек ир идара иткән “Нива” машинаһы боролошта түңкәрелгән. Һөҙөмтәлә водитель “Ашығыс ярҙам” килгәнгә тиклем йән биргән. Уның эргәһендә ҡатыны булған, ул йәрәхәтләнмәгән. Асыҡланыуынса, өлкән йәштәгеләр туғанын ерләргә китеп барған.
Транспорт сараһы – хәүеф сығанағы ла. Ошо хаҡта онотмайыҡ, юлдарҙа иғтибарлы, һаҡ булайыҡ.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: