Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 15:30

Биш минутта янып бөткән

Баймаҡтан Урғаҙаға китеп барған был автобуста ете пассажир булған...

Кисә Баймаҡ районынан хәүефле хәбәр килде: унда рейс автобусы янып киткән.
Был аяныслы хәл киске сәғәт биш тирәһендә, ҡала баҙарынан йыраҡ түгел теркәлгән. “ПАЗ” автобусы автовокзалдан Баймаҡ – Урғаҙа маршруты буйынса китеп барған булған.
Транспорт сараһы эҫе һауала шартлап яна башлағас, салондағы ете пассажир һәм водитель сығыу яғына ташланған.
Бәхеткә күрә, улар барыһы ла хәүефһеҙ араға китеп өлгөрөүгә, бер нисә минут эсендә автобус янып та бөткән. Ул төҙәтеүгә яраҡһыҙ, әммә иң мөһиме – кешеләр иҫән-һау.
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в