Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 11:27

Башҡортостанда «Ирәндек моңдары» конкурсын уҙғарыу ваҡыты билдәләнде

Башҡортостанда онлайн-ойоштороу комитетында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсын уҙғарыу ваҡыты билдәләнде.

Быйыл ул 21-22 августа Сибайҙа ойошторола.
Положениеға ярашлы, конкурста 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәшлек үҙешмәкәр башҡарыусылар, 17-45 йәшлек профессиональ башҡарыусылар ҡатнашырға мөмкин.
7-16 йәшлек балалар араһында конкурс 10 августа бер турҙа онлайн үткәрелә.
Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында ике турҙа ойошторола:
беренсе тур 10-11 августа онлайн режимда;
икенсе тур 21 августа уҙғарыла, беренсе турҙан үткәндәр ҡатнаша.
22 августа Сибайҙың үҙәк майҙанында гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү була.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар һәм башҡарыусының видеоһы 5 авгусҡа тиклем https://im.sibaytv.ru сайтында ҡабул ителә.
Ойоштороу мәсьәләләре буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә (8 347 289 65 50), Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә (8 (34775) 2-30-90, 2-28-97) мөрәжәғәт итергә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в