Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 11:07

Һауа торошо үҙгәрәсәкме?

Бөгөн, 16 июлдә, республикала әлегәсә күҙәтелгән һауа торошо һаҡлана: көндөҙ +35...+38, ҡайһы бер райондарҙа +40 градусҡаса эҫе буласаҡ. Төндәге һауа температураһы +20...+25 градус араһында тирбәләсәк.

Йомала, 17 июлдә, йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғыр яуыуы күҙаллана. Урыны менән борсаҡ булыуы ла ихтимал.

Аҙна аҙағына табан, теүәлерәк әйткәндә, йәкшәмбенән аномаль эҫелек яйлап сигенә башлаясаҡ, республика биләмәһендә йәшенле ямғырҙар көтөлә. Көндөҙгө һауа температураһы уртаса +25 градусҡаса төшәсәк. Ямғырлы көндәр август башынаса дауам итәсәк. Әммә августа 30 градуслыҡ эҫелек кире әйләнеп ҡайтыуы ихтимал, тип хәбәр итә синоптиктар.
Фото: Т.Роза
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: