Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 15:45

"Һағышланып йоҡлап китергә мөмкин"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эшһеҙлек проблемаһы сәбәптәрен билдәләне.

Хәбәр итеүебеҙсә, кисә республика Хөкүмәтендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәйне. Саранан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште.
“Бөгөн президиумда эшһеҙлек мәсьәләһен тикшерҙек. Әлбиттә, ҡаты карантин һәм мәжбүри торғонлоҡ осоронда уның үҫеүе аңлашыла. Беҙ был күренеш менән көрәшәбеҙ: пособиелар күләмен һиҙелерлек арттырҙыҡ, эш биреүселәрҙең сығымдарының бер өлөшөн ҡаплайбыҙ, йәмәғәт эштәре ойошторабыҙ һәм башҡалар. Әммә әле яҙмам был хаҡта түгел.
Коронавирус – бик етди мәсьәлә, шулай ҙа ул айырым күренеш. Мине тәү сиратта системалы проблемалар борсой.
Структуралы ҡараш ташлағанда, беҙҙең иҡтисади ихтыяждар һәм эш баҙарындағы тәҡдимдәр араһында етди дисбаланс бар. Бер йүнәлештә – эшсе көстәргә ҡытлыҡ һәм бик күп ҡулланылмаған вакансиялар, икенсеһендә – бер кемгә лә кәрәкмәгән резюмелар ебәргән кандидаттарҙың артыҡ күплеге. “Кәрәк булмаған” тип әйтеүем шунан: ошо тармаҡтарҙа бер вакансияға тиҫтәләрсә кандидат тура килә.
Проблема бына нимәлә: эш биреүселәр хеҙмәт баҙары ихтыяждарын күҙаллауҙа ҡатнашмай, шуға ла ул ысынбарлыҡтан айырмалы рәүештә формалаша. Был әле йомшаҡ итеп аңлатҡанда.
Ошоға бәйле нимә эшләргә һуң?
Беренсенән, беҙ был йүнәлештә властың һәм эш биреүселәрҙең мөнәсәбәт структураһын үҙгәртәсәкбеҙ. Тап һуңғыларҙың фекере күҙаллауҙар, дәүләт көсөргәнештәре нигеҙендә ятырға тейеш, шул иҫәптән мәғариф тармағында ла.
Дәүләт аҡсаһы беренсе сиратта иҡтисад аныҡ талап иткән һөнәрҙәргә уҡығандар өсөн сарыфланырға тейеш.
Икенсенән, һөнәри йүнәлеш темаһы менән етди шөғөлләнә башлау зарур. Беҙҙә ул бик тә төшөнкө кимәлдә, элекке замандарҙағыса тормошҡа ашырыла һәм шуға күрә йәштәрҙең кәйефенә һәм ҡиммәттәренә тәьҫир итә алмауы ла аңлашыла.
“Асыҡ ишектәр көнө”, профориентация стендтары кеүек әллә нисә тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән формаларҙан архаика, күңелһеҙлек “еҫе” килә, хатта һағышланып йоҡлап китергә мөмкин.
Яңы технологик, шул уҡ ваҡытта ижади алымдар булмайынса, беҙ эшһеҙлек кеүек ҡатмарлы һәм күптәнге проблеманы хәл итә алмаясаҡбыҙ.
Бөгөнгө ултырыштан һуң бына ошондай уйҙар тыуҙы. Барығыҙға ла сәләмәтлек!” - тип яҙҙы сәйәсмән үҙенең шәхси сәхифәһендә.
Фото Андрей Назаровтың “Фейсбук”тағы сәхифәһенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в