Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Июль 2020, 20:50

100 балл йыйғандар артҡан

География, әҙәбиәт, информатика буйынса республикала нисә уҡыусы иң юғары балл йыйыуға өлгәшкән?

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 20 уҡыусы өс предмет – география, әҙәбиәт, информатика буйынса 100 балл йыйған.
География һәм әҙәбиәт буйынса урта һәм юғары балл алған уҡыусылар һаны ла арта төшкән.
Географиянан имтихан биргән 352 кешенең етеһе 100 балл йыйған, ә 46-һының балы 81 һәм унан юғарыраҡ. Әҙәбиәттән имтихан биргән 774 уҡыусының өсөһө 100 балл алыуға өлгәшкән, тағы ла 40 уҡыусының балы 81-ҙән юғары. Информатиканан 3070 уҡыусы имтихан биреп, унауһы иң юғары балды алыуға өлгәшкән һәм 564 уҡыусының балдары 81-ҙән күберәк. Былтырғы менән сағыштырғанда, иң юғары балл алғандар һаны ике кешегә артҡан.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: