Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 13:09

Ярты йыл буйы ҡоҙоҡта ятҡан...

Баймаҡтың йылылыҡ трассаһы ҡоҙоғонда ир һөлдәһе табылған.

Баймаҡтың йылылыҡ трассаһы ҡоҙоғонда ҡурҡыныс күренешкә юлыҡҡандар. Ҡаланың Юбилей урамындағы күп ҡатлы йорт алдында ир һөлдәһе табылған.
алынды
Был турала, үҙ сығанаҡтарына нигеҙләнеп, Уфасити порталы хәбәр итә. Урынға хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп еткән. Эксперттар билдәләүенсә, мәйет ярты йыллап ҡоҙоҡта ятҡан. Тышҡы яҡтан ҡарағанда, бәрелгән-һуғылған, туҡмалған эҙҙәр күренмәй. Был кешенең шәхесен дә асыҡлағандар. Ул - 56 йәшлек Баймаҡ кешеһе, аныҡ ҡына йәшәгән урыны ла булмаған. Шуныһы аптырашта ҡалдыра: үлеп ятҡан кешене ярты йыл буйы нисек берәү ҙә шәйләмәне икән?
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан
Читайте нас: