Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 14:18

Яратам... Яндырам...

Мөхәббәт һәм нәфрәт менән тулы был ваҡиға кисә төн уртаһында Өфөлә була. Дауаханаға “Ашығыс ярҙам” менән 37 йәшлек ҡатынды килтерәләр. Уның тәне ныҡ бешкән була. Уттан башы, муйыны, тәне, ҡул-аяҡтары зыян күргән.

Шул уҡ ваҡытта ҡатындың иҫерек булғаны ла асыҡлана. Табиптар уның тураһындағы мәғлүмәтте полицияға тапшыра. Нимә булғанын асыҡлау өсөн тәфтиш-оператив төркөм ебәрелә.
Хоҡуҡ һаҡсылары барыһын да асыҡлай: был ҡурҡыныс ваҡиғаға тиклем өс сәғәт алда ҡатын 40 йәшлек өйҙәше менән табын ҡора. Шешә артынан шешә килеп сыға торғас, талаш китә. Сәбәбе – көнләшеү. Йәне ныҡ көйгән ир һөйөклөһөн дә көйҙөрөргә була, күрәһең: спиртлы шешәне алып ҡатынды ҡойондора һәм ут төртөп ебәрә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе ҡулға алып, бүлексәгә килтерә. Бында ул бары тураһында ла һөйләп бирә. Әле иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
фото: Т.Роза
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: