Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 16:34

"Ҡыҙым бик түҙемле..."

Ишембай районында билдәһеҙ водителдең 15 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙереп китеп, юлда үлергә ҡалдырғаны тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Табиптарҙың етеҙлеге, ваҡытында ярҙам итеүе арҡаһында уҡыусылар ҡатнашлығындағы үлемесле авариялар һаны артмай ҡалды. Ҡыҙ әле дауаханала, ә ғәйепле водителде эҙләү дауам итә. Машина уҡыусыны көҙгөгә эләктереп, бер нисә метр һөйрәп алып бара. Илмира үҙе бер ни ҙә хәтерләмәй, бәрелеү менән иҫен юғалта. Бәхеткә күрә, табиптар тиҙ килеп етә, шунда уҡ ярҙам итә башлайҙар, ҡыҙҙы ауыр хәлдә дауаханаға килтерәләр. Имгәнгән, баш мейеһе һелкенгән, сираҡ һөйәктәре һынған, муйыны йәрәхәтләнгән баланы оператив дауалау ярҙамында аяҡҡа баҫтырыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә көсөн һала. ”Ҡыҙым бик түҙемле”, - ти балаһы эргәһенән бер аҙым да китмәгән әсәһе.
Ишембай үҙәк дауаханаһының травматология бүлексәһе мөдире Рөстәм Фәтҡуллин әйтеүенсә, ҡыҙҙы алда сираҡты тергеҙеү буйынса ҡатмарлы ауыр операция көтә.
Авария мәлендә әсәһе Һайран ауылында ҡунырға ҡалған була, ул - штукатур-буяусы, мәктәпте ремонтлауҙа эшләй. Водителдең ҡыҙҙы юлда ҡалдырып, ҡасып киткәненә әсәнең йөрәге әрней. Авария урынында машинаның ватыҡ деталдәре лә ҡалған.
Быйыл Илмира 9-сы класты тамамлаған, юридик колледжға инергә хыялланған. Тик әлегә хыялдарҙы оҙайлы ваҡытҡа ҡалдырып торорға тура киләсәк.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: