Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 12:57
Ун алты йәшкә тиклемге балаларға августа ла аҡса бүленерме?
Уҡыу йылы яҡынлаша, был осорҙа ата-әсәләргә икеләтә матди ярҙам кәрәк...
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 317-се Указына ярашлы, коронавирус пандемияһы ваҡытында матди ярҙам күрһәтеү өсөн июнь һәм июль айҙарында ғаиләләрҙәге ун алты йәшкә тиклем балаларҙың һәр береһенә 10 мең һум аҡса түләнгәйне.
Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, бындай пособие августа ла тормошҡа ашырылырға тейеш, сөнки йәйҙең һуңғы айы ата-әсә өсөн үтә мәшәҡәтле, кеҫә яғына һуғыусан – балаларҙы баҡсаға, мәктәпкә әҙерләр кәрәк.
Интернетта change.org сайтында был йәһәттән махсус петиция ла булдырылған, әлеге ваҡытта унда яҡынса 12 мең кеше ҡул ҡуйған, һан минут һайын арта.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте тарафынан тәғәйен мәғлүмәт юҡ, шулай ҙа күптәр августа ла дәүләттән матди ярҙам алыуына өмөт итә.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Айгөл Ғәбитова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Un-alti-y-shk-tiklemge-balalar-a-avgusta-la-a-sa-b-lenerme-366846/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде