Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 12:49

Иттәрен бушлай тоттороп ебәргәндәр

Республиканың ике районында йәшәүселәр, ит һатам тип, 900 мең һумға алданған.

Республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, полицияға бер нисә кеше мөрәжәғәт иткән. Бер ир ауылда йәшәүселәрҙән һатыу өсөн ит алған. Бының өсөн ул малды хужаларҙың ихатаһында һуйған һәм бер нисә ай эсендә иҫәпләшеү өсөн расписка ҡалдырған. Тик бына мал хужалары был әҙәмде бер тапҡыр ғына күргән, аҙаҡ унан елдәр иҫкән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре был мутлыҡ ҡылған кешенең Илеш районынан икәнлеген асыҡлаған. Тик ул үҙ ғәйебен танымаған.
Шулай итеп, Саҡмағош районынан һигеҙ кеше хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Мәҫәлән, Туҙлыҡыуыш ауылында 350 мең һумлыҡ ит “һатылһа”, Иҫке Боҫҡаҡ ауылында йәшәүселәр – 60, Күсәкәй ауылынан 100 мең һум аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Борай районынан иһә өс кеше ошондай уҡ хәл буйынса полицияға мөрәжәғәт иткән. Зыян күләме 200 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Үрҙә әйтелгән хәлдәр буйынса енәйәт эштәре асылған. Мут әҙәмдәр йоҡламай, һаҡ булығыҙ, бар көсөгөҙҙө һалып көткән малығыҙҙы алдаҡсыларға тоттормағыҙ.
Фото Т.Роза
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: