Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 12:33

Өфөлә 30 градуслыҡ эҫенең ҡасанға тиклем дауам итәсәге билдәле булды

Был аҙнала Өфөлә 40 градус эҫе булыуы ихтимал. Аҙна аҙағына тиклем ҡалала ошондай һауа торошо көтөлә.

«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, 18 июлгә хәтлем температура 34-36 градус була.
Йәкшәмбе, 19 июлдә, республиканың баш ҡалаһында һауа торошо ҡапыл үҙгәрә. Һауа температураһы көндөҙ +25, төндә +20 градусҡа тиклем төшә, аяҙ күк йөҙө ямғыр һәм йәшен менән алмашына.
Август уртаһына тиклем тиерлек ошондай һауа торошо һаҡлана. Ул ваҡытта 30-градус эҫенең әйләнеп ҡайтыуы мөмкин.
Фото Т.Роза
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: