Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 19:49

Белоретта урман яна

Социаль селтәрҙәр ҡурҡыныс видеояҙмалар һәм фотолар менән тулды: Белоретта урман яна. Шаһиттар белдереүенсә, янғын үләндән башланып киткән һәм аҙаҡ ағастарға күскән. Билдәләнеүенсә, эргәлә генә тораҡ йорттар ҙа бар.

Иртәнсәктән алып был тирәлә вертолеттар оса. Социаль селтәрҙәрҙә кемдәрҙер утты һүндереүсе юҡ тип яҙһа, күптәр урында белгестәр һәм ҡотҡарыусылар эшләүен билдәләй.
“Һүндергәндәре күренеп тора бит, ҡара түгел, аҡ төтөн килә”, – тип яҙалар.
Был хәлгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән аңлатма бирҙеләр.
“Белореттың “Түбәнге ауыл” биҫтәһе янында урман янғыны тураһындағы мәғлүмәт килде. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, Урман хужалығы министрлығы белгестәре, ирекле янғын һүндереүселәр командалары йүнәлтелде. Әлеге ваҡытта яныу майҙаны ике гектар. Ауылға хәүеф юҡ. Елдең тиҙлеге секундына биш метр. Мәғлүмәт оператив, ул аныҡланып тора”, – тинеләр.
Фото һәм видео: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: