Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 12:41
Башҡортостанда 20-се пациент коронавирус инфекцияһынан вафат булған
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 14 июлгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 20-се пациент коронавирустан вафат булған.
Хәбәр ителеүенсә,ул – Өфөлә йәшәгән 1971 йылғы ир-егет.
Бөгөнгә коронавирустан вафат булғандарҙың дөйөм һаны 20 кеше тәшкил итә.
Алдан
хәбәр ителгәнсә
, Башҡортостанда СOVID-19 йоҡтороусылар һаны 6014-кә еткән. Һуңғы тәүлектә 47 яңы осраҡ асыҡланған.
Бөгөнгә республика стационарҙарында 310 пациент дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә, 6 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
1514 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Уҙған тәүлектә 171 кеше һауығып сыҡҡан. Бөтә осорҙа 4170 кеше һауыҡҡан.
https://www.bashinform.ru/bash/1472906/
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде