Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 20:16

Бөгөн яҙғы-йәйге саҡырылыш тамамланды

Башҡортостан Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына биш меңдән ашыу егетте ебәрҙе. Үҙәк хәрби округта был – иң ҙур күрһәткес. Егеттәребеҙ Калининградтан алып Владивостокка тиклем бөтә ил буйынса Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәйәсәк.

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, быйыл граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 апрелдән 15 июлгә тиклем уҙғарылды. Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко әйтеүенсә, коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Хәрби комиссариат тейешле сара күрҙе. Һауа судноларында, поездарҙа һәм автобустарҙа алдан уҡ дезинфекция үткәрелде. Граждандарҙы хеҙмәт итеү урынына ебәрер алдынан коронавирусҡа тест яһалды.
Мәғлүм булыуынса, яҙғы саҡырылышта егеттәр араһында сирлеләр теркәлмәне. Хәрби частарға яңы килгәндәр өсөн карантин саралары (кәмендә 14 көнлөк) ойошторола. Был осорҙа личный состав айырым казармаларға урынлаштырыла, туҡланыу һәм уҡыуҙар ҙа башҡа хәрбиҙәрҙән айырым үткәрелә, уларҙың һаулығы даими тикшерелә.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Лилия Давлетбакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: