Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Июль 2020, 14:01

Һарытауҙан килеп әжәлен тапҡан...

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге бер урамдың осонда бик ныҡ туҡмалған егетте тапҡандар.

“Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ул иҫһеҙ булған. Дауаханаға барып еткәнсе йән биргән.
Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, мәхүмдең башына һәм үпкәләренә ҙур зыян килгән. Асыҡланыуынса, 24 йәшлек егет – Һарытау ҡалаһынан. Бығаса ул тыуған яғында талау өсөн хөкөм ителгән булған.
Әлегә кемдең егетте үлтергәнсе туҡмағаны билдәһеҙ, полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы эҙләүен дауам итә.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: