Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июль 2020, 13:00

“Мине туҡманылар, ә баланы урланылар"

Өфөлә бик сәйер шарттарҙа дүрт йәшлек малай юғалған.

Өфөлә бик сәйер шарттарҙа дүрт йәшлек малай юғалған. Уны эҙләү буйынса хәбәр социаль селтәрҙәрҙә таралды.
“Мине туҡманылар, ә баланы урланылар. Былар барыһы ла Өфөләге Баҡалы урамындағы 19-сы йорт алдында булды”, – тип хәбәр иткән малайҙың атаһы “ГорОбзор” баҫмаһына. Малайҙы машинаға индереп алып киткәндәр.
Ир шулай уҡ был хаҡта полицияға хәбәр иткән.
Ә аҙаҡ "ГорОбзор" баҫмаһына республиканың Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән шулай тигәндәр: полиция малайҙың ҡайҙалығы хаҡында хәбәрҙар. Бала менән барыһы ла яҡшы, ул әсәһе менән икән...
Фото: “ГорОбзор”.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mine-tu-manilar--balani-urlanilar-364849/
Читайте нас: