Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июль 2020, 12:30

Башҡа аяҡ баҫаһым юҡ...

..Иртән иһә барлыҡ ауылды ҡот осҡос хәбәр шаңҡытты: Дима батып үлгән! Шуныһы ла мәғлүм булды...

...Ҡайҙа-ҡайҙа, әммә тап ошо урында – йөҙ тапҡыр кисеп, арҡырыға-буйға йөҙөп, һәр боролошон һөҙөп тигәндәй сыҡҡан тәңгәлдә ул батып үлергә тейеш түгел ине. Диңгеҙҙә ҡолас ташлап йөҙгән көслө ир заты ҡаршы ярына ун аҙым булған ябай ауыл йылғаһында бата тиме ни? Дамир Дима дуҫының шундай мәғәнәһеҙ һәм аяныслы вафатына күнмәне.
Ә уларҙың бала сағы ни тиклем күңелле һәм күркәм булды! Йорттары киң урамда ҡаршы ғына урынлашҡан. Дималарҙыҡы ҡуйы шыршылар күләгәһенә һыйынып ултыра, сағыу күктән буялған, бейек “урыҫ ҡапҡаһы”, ныҡлы ҡаралтылар менән уратып алынған. Ә Дамирҙарҙың өйө – ике яҡлы, колхоз идараһы совет власы сәскә атҡан заманда йәш белгестәр өсөн төҙөткән йорт. Бына шулай, йәштәштәр урам аша бер-береһенә йөрөп үҫте, бер класта уҡынылар. Аҡһыл һалам сәсле, тыныс холоҡло Дима менән ҡап-ҡара башлы, шуҡ, шаян Дамир ситтән ҡарағанда бергә мәҙәгерәк күренһә лә, улар айырып алғыһыҙ дуҫтарға әүерелде.
Йәйгеһен бергә туғай буйына, ауыл янынан аҡҡан бәләкәй генә йылғаға һыу инергә йүгерерҙәр, көҙөн артҡы урамдан, баҡсалар буйынан бергә мәктәпкә барып ҡайтырҙар ине. Парта артында ла бергә ултырҙылар. Колхоз баҫыуҙарына сәселгән сөгөлдөрҙө утарға, көҙгөһөн уны йыйырға ла аҙ йөрөмәнеләр. Икеһенә лә бер ваҡыттараҡ мотоцикл алып бирҙеләр. Дуҫтар “тимер ат”тарын да бергә һынар булды, еләккә, көтөүгә, бесәнгә барҙы. Шунан урамдың йә теге, йә был яғында гәпләшә-гәпләшә сәй эсерҙәр ине. Диманың апаһы алып ҡайтҡан баллы алмалар менән һыйланғас, һарай башындағы бесәндә йоҡлағандарын, таңға тиклем киләсәккә пландар хаҡында әңгәмәләшеп ятҡандарын иҫләргә генә ҡалды хәҙер...
Дамир мәктәпте тамамлау менән Өфөләге юғары уҡыу йортона инде, ә Дима район үҙәгендәге училищеға, шоферлыҡҡа уҡырға йүнәлде. Студент йылдарында ял көндәрендә, байрамдарҙа осрашһалар, бергә клубҡа сығырҙар ине, йылға буйында усаҡ яғып, әңгәмәләшеп ултырған саҡтары ла булды.
...Дамир тәүҙәрәк өйләнде. Йыраҡтан төшкән киленде күрһәтергә тип туйҙы ике яҡта ла үткәрҙеләр. Байрамға Дамирҙың һәм килендең туғандарынан тыш, курсташтары, яңы дуҫтары ла бихисап килде. Ә Дима, саҡырылһа ла, барманы: әллә уңайһыҙланды, әллә башҡа уйҙары булды. Нисек кенә булмаһын, дуҫы менән икеһе ике тормош юлынан атлап киткәндәре асыҡ ине, әлбиттә.
Ә Дима күрше ауыл ҡыҙына өйләнде. Бәләкәй генә туй ойошторҙолар. Туғандары-яҡындары өсөн йыйған табынға элекке дуҫтарҙы ғына түгел, бөгөнгөләрен дә саҡырып торманылар: ҙур мәжлес ойоштороп, олоғайған ата-әсәһен борсорға, сығымдар арттырырға теләмәне Дима.
Бына ошолай тормош һәүетемсә китеп бара ине. Бер йәй шулай, эҫе көндәр торғанда, Дамир ғаиләһе менән ауылға ҡайтты. Бесән һәм башҡа мәшәҡәттәр баштан ашҡан осорҙа күрше-фәләндең хәлен белеп торорға ваҡыт юҡ. Шуға ҡаршы яҡта Диманың аҡ башын күргәс, Дамир алыҫтан ғына сәләмләне лә артабан эштәренә тотондо.
...Иртән иһә барлыҡ ауылды ҡот осҡос хәбәр шаңҡытты: Дима батып үлгән! Шуныһы ла мәғлүм булды: кискеһен, эштәр бөткәс, ул ниндәйҙер танышы менән йылға буйына һыу инергә төшкән. Һыра һемергәндәр. Танышы һыу буйында бер аҙ булғас, ҡайтып киткән, ә Дима тороп ҡалған. Ҡайтыр алдынан сумып сығайым тигән уйы һуңғы теләгенә әүерелер тип кем уйлаһын? Иртән йылға буйынан үткән бер кеше Диманың асыҡ торған машинаһын күреп, яр буйына яҡыныраҡ килгән...
Рәсми тикшереү Диманың сумған саҡта һыу төбөндәге ташҡа башы менән бәрелгәнен белдергән. Эргәһендә кеше булһа, һап-һай һәм белгән урында ҡотҡарып алып ҡалып булыр ине лә, тәҡдир шул...
Тәүге йылда утыҙын да тултырмайынса тол ҡалған Диманың ҡатыны, ҡыҙын эйәртеп, оло ҡайны-ҡәйнәһенә килештергеләп китә ине әле. Ә ҡыҙы һуң ҡыҙы: һуйған да ҡаплаған Дима! Шундай уҡ аҡ сәстәр, йөҙө лә ап-аҡ... Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш ҡатындың кейәүгә сығыуы, уның был тарафтарға юлы бөтөнләй һыуыныуы мәғлүм булды.
...Ата-әсәһе янына ҡайтҡан һайын Дамир мәғәнәһеҙ осраҡлыҡ сәбәпле һәләк булған дуҫының моңһоуланып ҡалған йортона ҡарап үтә. Диманың ата-әсәһе лә, төпсөктәре вафат булғас, үтә ныҡ биреште, улар ихата алдында күренмәй ҙә тиерлек. Тағы шуныһы: Дамир быға тиклем бик ныҡ яратып һыу ингән урынға башҡа бер тапҡыр ҙа аяҡ баҫҡаны юҡ: һәр ҡыуаҡ, һыуҙағы һәр таш Диманың фажиғәһен хәтерләтеп торған кеүек... Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул...
Фото: c.pxhere.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bash-a-aya-ba-a-im-yu-364891/
Читайте нас: