Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июль 2020, 14:05

Атаһын көсләүҙә ғәйепләгән

17 йәшлек ҡыҙ әйтеүенсә, был вәхшилек өс йыл дауам иткән. Хәл үҙ йорттарында булған.

Туймазы районынан 17 йәшлек ҡыҙ үҙ атаһын көсләүҙә ғәйепләгән. Был хаҡта ул, Өфөләге приютҡа эләккәс, бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек белгесенә һөйләгән.
Үҫмер әйтеүенсә, атаһы уны 13 йәшендә тәүге тапҡыр көсләгән, был вәхшилек өс йыл дауам иткән. Хәл үҙ йорттарында булған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итә. Асыҡланыуынса, 41 йәшлек ир эшһеҙ булараҡ теркәлгән һәм һуңғы осорҙа ҡыҙы менән икеһе йәшәгән.
Тәфтиш органдары тикшереү эше башлаған, әлегә ҡарар ҡабул ителмәгән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ata-in-k-sl----yepl-g-n-364976/
Читайте нас: