Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кеше ине юлдашым. Ул да мин йәшәгән нефтселәр ҡалаһына ҡайтып бара икән.
– Был тиклем сәскәне ҡайҙа алып бараһығыҙ?
– Ҡатыныма бүләк, тыуған көнөнә – 45 рауза гөлө.
– Бәхетле ҡатын. Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ?
– Өс ай торабыҙ...
Оҙон юлға сыҡһа, кеше ниңәлер осраҡлы тап булған юлдашына бер кемгә лә әйтмәгән ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп ташлай. Фәрит исемле был ир ҙә асылып китеп, тормошон бәйән итте.
– Ауыл малайымын. Нефтсе булырға хыялландым. Ҡалаға килеп техникумға уҡырға индем, – тип һүҙ башланы юлдашым. – Көҙгө бысраҡ мәл. Бер соҡорҙо аша сығам тигәндә, тайып ҡоланым, кепкам осоп китте. Янымда ғына көлгән тауыш: «Бир ҡулыңды, егет», – ти. Нескә генә билле ҡыҙыҡай мине тартып торғоҙҙо, кепкамды ла алып бирҙе. Шулай таныштыҡ Фаягөл менән. Ул да ауылдан килеп, яһалма күн фабрикаһына өйрәнсек булып урынлашҡан икән. Бер күреүҙән оҡшаттым уны. Биленә төшөп торған толомдары, шаян ҡара күҙҙәре мине башкөллө әсир итте. Осраша башланыҡ. Уҡыуҙы тамамлауға мине әрмегә алдылар. Хаттар яҙышып торҙоҡ. Ҡайтып, нефть быраулаусылар бригадаһына эшкә урынлаштым, ятаҡта йәшәйем. Бер аҙ эшләп аяҡҡа баҫҡас, өйләнергә иҫәп, ныҡ яратам Фаягөлөмдө. Бер ялда бригадир ағай баҡсаһында ярҙамлашырға саҡырҙы. Ҙур өй, иркен ихата.
Эш араһында: «Фәрит, һин яҡшы егет, тырышһың, миңә бик оҡшайһың. Бер бөртөк кенә ҡыҙым бар, һине кейәү итергә ине», – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы бригадир. Ҡыҙы Лилиә зәңгәр күҙле, бөҙрә сәсле, матур ғына. Ул дарыуханала эшләй, бер бүлмәле фатирҙа айырым йәшәй икән. Эш бөткәс, уны оҙатып ҡуйҙым.
Бер көн вахтанан ҡайтып килгәндә автобустан төшһәм, Фаягөлдө күреп ҡалдым. Ул ниндәйҙер егет менән һөйләшеп тора ине. Аҙаҡ уны сикәһенән үбеп хушлашты, егет автобусҡа ултырып китте. Фаягөл мине күреп ҡаушап ҡалғандай булды.
– Кем ул?
– Бер таныш егет, электән беләм, – ти. Күңелдә шик тыуҙы. Тимәк, Фаягөл миңә тоғро түгел...
Йәнем көйҙө лә Лилиә менән осраша башланым. Шулай ике ҡыҙ араһында йөрөйөм. Фаягөл ниҙер аңлатырға тырыша, мин аҡланыуҙарын ҡабул итмәйем. Бригадир мине йыш ҡына үҙҙәренә саҡыра, мунса инәбеҙ. Бер көн Лилиә янында ҡунып ҡалдым...
Гөрләтеп туй үткәрҙек. Оҙаҡламай мастер булып киттем. Тормошобоҙ етеш, ике бала үҫтерҙек. Ҡатыным бик ипле, тәрбиәле булды, тик яман ауырыу уны иртә алып китте. Балалар ҙурайғайны инде. Туғандар, дуҫтар яңы ҡатын димләй башланы. Бер саҡ телефондан таныш тауыш өндәшә:
– Сәләм! Хәлдәрең нисек? Был Фаягөл, – ти. – Әйҙә осрашайыҡ!
Кафела күрештек. Ул элеккесә һылыу, бер ҙә үҙгәрмәгән, буй-һыны зифа. Ире автопаркта эшләй, ике ҡыҙы бар икән.
– Фәрит, мин һине онота алманым бит, беренсе мөхәббәтем һин. Ирем барыһын да белә, гел генә берәй нәмә булһа, ана, һинең Фәритең, тип юҡ-бар һүҙ һөйләп мине рәнйетә. – Ҡатындың күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне. – Беҙ һинең менән ниндәй бәхетле булыр инек...
– Ирең, балаларың бар, һуң инде ул турала һөйләшеү, – тинем хушлашҡанда.
– Кемгә өйләндегеҙ? – тип һораным юлдашымдан ҡыҙыҡһынып.
– Фаягөлгә. Мөхәббәт өсөн көрәшергә кәрәк, тинем үҙ-үҙемә. Бәхетлемен, апай! Беренсе мөхәббәтемде ҡайтара алдым. Тиҙҙән уның менән Мысырға ялға китәбеҙ, – тип дәртләнде ир кеше.
«Ваҡытында бер-береһен аңлай алмай, юҡҡа ғына үпкәләүҙән күпме яратышҡан йәш йөрәктең юлдары айырыла. Мәңге бергә була алмай аңҡы-тиңке булып аҙашып йөрөйҙәр», – тип уйланым.
Был ваҡиғанан бер нисә йыл үткәндер, ҡала паркынан китеп барам.
– Апай, һаумыһығыҙ! – тигән тауышҡа ҡараһам, Фәрит йылмайып тора. Янында 4 йәштәр тирәһендәге малай бар. – Бына ейәнемде паркка алып килдем, – ти.
– Әйҙә, ултырып торайыҡ, – тим. – Фаягөл ни хәлдә?
– Һөйгәнең менән бергә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ икән. Мысырға, Төркиәгә, Кавказға сәйәхәт ҡылдыҡ. Машина алып бирҙем, уны йөрөтөүгә танытмаға уҡып алды.
– Афарин, былай булғас, – тим.
– Әммә бәхетебеҙ оҙаҡҡа барманы шул. Бер көн командировканан ҡайтһам, өй буш. Ҡатын әйберҙәрен, яңы йыһаздарҙы алып күсеп киткән. Аптыраным был хәлгә. Шылтыратһам, телефонын алмай. Бер аҙна ваҡыт үткәс ишеттем: кире элекке иренә ҡайтҡан икән. Бына шулай, юлдарыбыҙ йәнә айырылды.
– Ниңә киткән?
– Ни эшләптер балаларымды баштан уҡ үҙһенмәне. Элекке ҡатыныңдың фотоларын юҡ ит, балаларың йыш килмәһен, тип юҡ-бар сәбәп тапты. Ҡыҙҙарын да яҡынлатманы, гел үҙе генә барып йөрөнө уларға. Ире һаман яңғыҙ булған, икенсегә өйләнмәгән.
– Хәҙер ни эшләйһең инде?
– Ҡатын-ҡыҙға ышаныс бөттө, яңғыҙмын. Әле кисә генә: «Миңә ҡыйын, мин бәхетһеҙ...» – тигән смс-хәбәр ебәргән. Ә мин уға: «Үҙең һайлаған яҙмыш», – тип яҙҙым...
Ейәнен етәкләгән Фәрит аллея буйлап китте. Мин оҙаҡ уйланып ултырҙым. Бына яҙмыш, ҡатын-ҡыҙҙы аңла инде. Ә ҡолаҡта йыр ишетелгәндәй: «Мөхәббәтем, тәүге мөхәббәтем, һин ҡайҙарҙа ҡалдың аҙашып...»