Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 12:33

Йөк автомобилдәренең хәрәкәте сикләнде...

Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары буйынса ҙур йөк автомобилдәренең хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелде.

Ошоға бәйле, көндөҙ һауа температураһы +32 градустан юғары күрәтелһә, сәғәт иртәнге 10-дан киске 11-гә тиклем ауыр йөк ташыған һәм күсәрҙәренә көсөргәнеш махсус күрһәткестән артҡан транспорт сараларына төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарҙа йөрөү тыйыла. Был саралар автомобиль юлдарын һаҡлау һәм хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеү маҡсатында уҙғарыла.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә һауа температураһы тағы ла күтәрелеп, урыны менән +40 градустан да артып китәсәк.
Фото: news.drom.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: