Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 17:54
“Уларҙың үлгәнен тыңлап яттым...”
Биш йыл элек мин үлдем. Яңынан тыуыр өсөн...
Кисә Омск ҡалаһындағы казарма емерелеп, һалдаттар һәләк булған фажиғәгә биш йыл тулды. Был ҡурҡыныс ваҡиға 2015 йылдың 12 июлендә булғайны. Тап шул ваҡиғалар арҡаһында ике аяғын юғалтҡан блогер һәм спортсы Рөстәм Нәбиев республикаға һәм илгә көслө рухлы кеше булараҡ танылды ла. Ул үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм беренсе тапҡыр ул саҡтарҙың ҡурҡыныс видеояҙмаларын ҡуйҙы.
“Омск ваҡыты буйынса 22.39 сәғәттә, беренсе ҡаттан дүртенсе ҡатҡа тиклем казарма емерелеп төштө. Емереклек аҫтында 7-сенән алып 9-сыға тиклем роталарҙың өсөнсө взводтары эләкте, бөтәһе 45 кеше емереклек аҫтында ҡалды.
Урында 23 кеше һәләк булды. Өс көн үткәс, аңына килмәй тағы бер егет үлде. Был фажиғәнең һөҙөмтәһе – 24 өҙөлгән ғүмер.
Бөгөн был фажиғәгә биш йыл тулды, ул күп кешеләрҙә төҙәтеп булмаҫлыҡ яралар ҡалдырҙы. Теүәл биш йыл егеттәр ер аҫтында ята, ә 24 кешенең үлемендә ғәйеплеләр иректә йөрөй.
Бөгөнгө көндө мин үҙемдең икенсе тыуған көнөм тип иҫәпләйем. Ул көндө мин үлдем, яңынан тыуыр өсөн...
Емереклектәр аҫтында мин теүәл ете сәғәт яттым. Мин иптәштәремдең үлгәнен ишетеп яттым. Уға тиклем уларҙың илағанын һәм ярҙамға саҡырғанын тыңланым. Әсәйҙәренән ярҙам һорайҙар ине, уларҙың үлгеләре килмәне... Бөтә шул ваҡытта мин аңымда булдым. Һәр сәғәт, минут һәм секундты аныҡ иҫләйем. Минең үлгем килмәй ине, тик яйлап ҡына китә башлағанымды тойҙом. Мин бер нимә лә һиҙмәй инем һәм һуң булмаҫ элек, һуңғы мөмкинлек менән файҙаланып ғәфү үтендем һәм хушлаштым. Мәңгегә... Туғандарым минең арҡала оҙаҡ ҡайғырмаһындар тип илап, доғалар уҡып яттым. Иң ауыры Индираны яңғыҙын ҡалдырыу ине.
Мине таңға ҡарай һөйрәп сығарҙылар. Иҫән ҡалған һуңғы кеше инем... Комаға китер алдынан: “Күпме кеше үлде?” тип һорап өлгөрҙөм. “Күп. Бик күп” тип яуап бирҙеләр.
Аҙаҡ, 20 июлдә, Индираның тыуған көнөндә хәрби госпиталдә ике аяҡһыҙ килеш аңыма килдем. Шул саҡтан алып мин яңы тормош башланым. Тик уның ниндәй булырын белмәй инем. Барыһы ла үҙемдең ҡулымда ине.
Фажиғәле һәләк булған һалдаттарҙың хәтере мәңгелек булһын...”, тип яҙҙы Рөстәм.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ular-i--lg-nen-ti-lap-yattim-364348/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?