Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 11:25
Тағы ла эҫерәк...
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты бик эҫе көндәр көтөлөүе тураһында иҫкәртә.
Республика гидрометеорология үҙәге фараздары буйынса, 13-өнән 16-һына тиклем республикала урыны менән ныҡ эҫе була, башлыса яуым-төшөм көтөлмәй.
13 июлдә һауа температураһы төндә 15-20, көндөҙ - 31-36 градус. 14-ендә төндә - 16-21, көндөҙ 33-38 градусҡаса эҫе буласаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа термометр бағанаһы 38-40 градусҡа тиклем күтәреләсәк тип күҙаллана.
Көньяҡ-көнсығышта юғары янғын хәүефе һаҡлана.
Фото: Т.Роза
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/news/Ta-i-la-e-er-k-363116/
Читайте нас: