Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 01:15

Тәүге мөхәббәтем мине таныманы...

Осрашыу бөтөнләй уйламағанса килеп сыҡты. Ашығып магазинға барып индем, аяҡта - шипатай, бәйләп ҡуйылған сәстәр тырпайып тора, өҫтөмдә - иҫке футболка менән өйҙә кейә торған леггинсы...

Һеҙ үҙегеҙҙең йәшлектә һөйгән йәрегеҙҙе яҡшы хәтерләйһегеҙме? Иҫегеҙгә төшөп, йоҡлай алмай йонсоғандар ҙа барҙыр әле... Минең баштан да үтте ундай хәлдәр, һәр таңды көтөп алыу, осрашыу хыялдары менән йәшәү...
Ошо көндәрҙә көтмәгәндә-уйламағанда мин уны – мөхәббәт утында яндырған, хыянаттары менән йәнемде ҡыйған тәүге һөйөүемде осраттым. Күп йылдар дауамында осрашыу көнөн күҙ алдына килтерә торғайным. Бик матур итеп кейенгәнмен, иҫ киткес затлы күлдәктә, биҙәнгәнмен, яңынан ғашиҡ итерлек ҡиәфәттәмен! Уның мине күреп һоҡланыуының сиге юҡ, ваҡытында күрә һәм баһалай алмауы өсөн үкенә, ғәфү үтенә, йәнәһе... Ә мин һыр бирмәйем, тыныс ҡына ғәфү итәм.
Ысынбарлыҡ башҡаса булып сыҡты. Ашығып магазинға барып индем, ҡайҙа ти ул биҙәнеү, аяҡта - шипатай, бәйләп ҡуйылған сәстәр тырпайып тора, өҫтөмдә - иҫке футболка менән өйҙә кейә торған леггинсы. Ул да элекке фырт егет түгел инде, ялтырауыҡлығы уңалған. Иң ҡыҙығы шул - ул мине таныманы!
Хыялымда йөрөткән, ғүмер буйы уның менән булырға теләгән кешегә ситтән генә ҡарап тороп, йәш саҡта ни ҡәҙәр яңылышҡанымды аңланым. Тапҡанмын кем тип шулай өҙгөләнергә, тип үҙемде эстән генә әрләнем.
Ошо хәлдән һуң тормош иптәшемә мөнәсәбәтем тамырынан үҙгәрҙе, донъялағы иң күркәм ир эргәмдә икән! Тәүге мөхәббәтемдең мине ҡасандыр ташлағанына рәхмәтлемен.
Фото: Ok.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: