Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 16:20

Көн матурлыҡтан башланһын

Уҙған йылда республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы старт алды. Районыбыҙҙа был мөһим йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Программаның үтәлеше менән ҡыҙыҡһынып, Ҡабаҡ ауылына юл тоттоҡ.

Бында Урман урамындағы 29-сы һәм 30-сы һанлы йорттарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Ике бригаданың береһе 30-сы йортта үҙ эшен башлаған да инде. Беҙ барғанда Андрей Шинов менән Вадим Шафиҡов штукатурлау менән мәшғүл ине. Артабан стенаны йәшел төҫкә буяйасаҡтар икән.
29-сы йортта йәшәүсе Фәймә Шәрә­фетдинова әйтеүенсә, йорттарының яңы төҫ аласағына һәр кем шат.
- Күптән көткән ремонт эштәре башлана. Тиҙерәк эшләһендәр ине, сөнки яңыртылған подъезды түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, - ти ул.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: