Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 13:11

Инәй табылған да бит...

Октябрьский ҡалаһынан күңелһеҙ яңылыҡ килде. Эҙләүгә иғлан ителгән Әлиә Камалова табылған.

Тик үлгән килеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 83 йәшлек Әлиә инәй 10 июлдә Октябрьский ҡалаһында ғәйеп булғайны. Туғандары һәм ирекмәндәр уны эҙләй башлағайны. Тик кисә кискә табан ҡурҡыныс хәбәр билдәле булды. Инәйҙең нисек үлеүе хәбәр ителмәй.
Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ. Балаларға һәм өлкән йәштәге кешеләргә айырыуса иғтибарлы булайыҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзитенән алынды
Читайте нас: