Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 18:04
Алты меңгә еттеләр
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 46 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 5967-гә етте. Һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 3999 (һуңғы тәүлектә 13 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 19. Республика стационарҙарында – 355 (шул иҫәптән, 27 кеше ауыр хәлдә, уларҙың алтыһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1594 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 463 507 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 4856.
Иң күп сирләүселәр - Өфө ҡалаһы округында (2117), унан ҡала Нефтекама (477), Стәрлетамаҡ (276) ҡала округтарында, Бәләбәй (267), Туймазы (239) райондарында.
Һуңғы тәүлектә сирлеләрҙең 36-һы Өфөлә, биш кеше Ишембай районында, икешәр кеше Бәләбәй һәм Әлшәй райондарында, бер кеше Стәрлетамаҡ ҡалаһында асыҡланған.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Alti-me-g-ettel-r-364398/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: