Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Июль 2020, 17:39

Ғаиләлә өсөнсө балалар күберәк тыуа башлаған

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында “Демография” милли проектының тормошҡа ашырылыуы тикшерелде. Доклад менән вице-премьер – республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны.

Вице-премьер тәү сиратта тыуым күрһәткестәре тураһында белдерҙе.
– 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала 40 мең самаһы бала тыуыу көтөлә, был уртаса күрһәткестәргә тиң. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 20278 бала тыуған, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 613 сабыйға әҙерәк. Әйткәндәй, былтырғы күрһәткескә тиклем, алдағы йылдарҙа тыуым күпкә кәмерәк булған, мәҫәлән 2018 йыл менән сағыштырғанда 2459 сабый әҙерәк тыуған. Тыуым кәмеүе күрһәткесе дүрт тапҡырға юғарыраҡ ине. Тик беҙ ул саҡта был кире күренеште туҡтата алдыҡ. Май-июндә тыуымдың артыуы күҙәтелә, – тине министр.
Яҡшы яңылыҡ та бар: ғаиләлә өсөнсө балалар тыуыу осраҡтары артҡан. “2017 йылдан алып тап әле өсөнсө балалар тыуыу осраҡтары артты. Ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда өсөнсө балалар ике процентҡа күберәк тыуған. Әйткәндәй, дүртенсе һәм бишенсе балаларҙың тыуыуы ла күҙәтелә”, – тине Ленара Иванова.
Вице-премьер тағы бер күрһәткескә туҡталды, республикала 2019 йылда миграция кәмеүе 40 процентҡа кәмегән. Ә иң ҡыуаныслыһы, йәштәрҙең күпләп китеүе бер ни тиклем туҡтатылған. Был белем алыу миграцияһын көйләүгә лә бәйле.
– Мәғлүмәттәр буйынса миграция кәмеүе былтыр 37,8 процентҡа кәмегән. Республиканың Мәғариф министрлығы мәктәпте һәм вуздарҙы тамамлағандар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса махсус саралар планы эшләп сығарған. Уның маҡсаты – йәштәргә республикала үҫешеп булыу мөмкинлектәрен күрһәтеү, – тине Ленара Иванова.
Шул уҡ ваҡытта республиканан ситтә белем алған студенттарҙың 20 проценты уҡыуын тамамлағас, кире Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡан. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк. Әйләнеп ҡайтҡанды эшкә урынлаштырыу буйынса ла күрһәткестәр яҡшы.
– Республикала эшләгән милли диаспоралар менән хеҙмәттәшлек ойошторолдо, уға ярашлы БДБ илдәрендә мәктәптәрҙе тамамлаған уҡыусыларҙы республика вуздарына уҡырға саҡырабыҙ. Быйылғы уҡыу йылында был илдәрҙән килгән студенттар 14,2 процентҡа күберәк булды. Сит ил грждандары үҫеше 12,5 процент тәшкил итте, – тине вице-премьер.
Радий Хәбиров был күрһәткестәрҙән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
- Беҙҙе бының өсөн һәр саҡ әрләйҙәр һәм беҙ ҙә ҡайғыра инек. 40 процент – тимәк 4 мең самаһы кеше китмәй ҡалған. Был бик яҡшы, тик артабан эшләйһе урындар ҙа бар, – тине ул.
Фото: Олег Яровиков
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: