Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Июль 2020, 18:45

Йылғала вирус бармы?

Башҡортостанда коронавирусты йоҡторғандар һаны 5921-гә етте, тәүлек эсендә улар йәнә артты.

Башҡортостанда коронавирусты йоҡторғандар һаны 5921-гә етте, тәүлек эсендә улар йәнә 46 кешегә артты, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф порталы. Пандемия осоронда бөтә һауыҡҡандарҙың иҫәбе - 3994.
Рәсәйҙә тәүлектә яңы сирлеләр һаны 6 615-кә еткән, 3615 ауырыу һауыҡҡан, 130 пациент вафат булған.
Әле эҫе көндәр тора, халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә. "Роспотребнадзор"ҙан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ингәндә сирҙе йоҡтороуҙан хәүефләнергә ярамай, сөнки вирус һыуҙа һәләк була. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына ҡояш нурҙары ныҡ тәьҫир итә, ә вирус уға бирешә. Коронавирустың һыу аша йоғоуы тураһында раҫланған мәғлүмәт юҡ.
Әммә һыуҙа башҡа инфекцияларҙы йоҡтороу ихтималлығы көслө, тип иҫкәртә "Роспотребнадзор", мәҫәлән, лямблиоз, ротавирус, церкариоз, дизентерия, сальмонеллез... Киҫкен респиратор билдәләре һиҙелгәндә, тәндә йәрәхәттәр, яралар булғанда, һыу инергә ярамай. Һыу ингәндән һуң өйҙә таҙа һыу менән ҡойонорға тәҡдим ителә.
Фото: Inetmnenie.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: