Көндәр йылы яҡтағы һымаҡ бик эҫе тора. Барса халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға, ҡайһы берәүҙәр диңгеҙгә юллана. Ошо мәлдә ололар балаларҙан күҙ яҙҙырмаһа ине, сөнки бәлә һыу төбөндә генә түгел, яр ситендә лә булыуы ихтимал. Бер аҙна элек Анапа ҡалаһы янында булған тетрәндергес ваҡиға - быға дәлил.
30 июндә күп балалы ғаилә диңгеҙгә палатка ҡороп ял итергә килә. Ғаиләлә өс малай була. Өлкәндәр ял иткән арала малайҙар, шаяртып, иң кесеһен, 8 йәшлеген, ҡомға күмә, башын да ҡаплайҙар. Баланы кире соҡоп сығарғанда, ул тын алмаған була инде. Килеп еткән табиптар малайҙы ҡотҡара алмай, үлемен дәлилләргә генә мәжбүр була. Уларҙың фаразынса, бала, ауыҙына ҡом тулып, тын ала алмайынса йән биргән.