Билдәле блогер, Омск ҡалаһында казарма емерелеү сәбәпле аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль сәхифәһендә ярты сәғәт үҙ фатирына инә алмай, машинаһында ултырырға мәжбүр булғаны тураһында яҙған.
Баҡһаң, лифт эшләмәгән. Асыҡланыуынса, ҡоролма унан алда ла ярты көн буйы боҙолоп торған. Ә урамда был ваҡытта һауа температураһы +30 градустан ашып киткән. "Лифтерҙы саҡырттылар, тик ул тиҙ генә килеп етә алманы. Эш көнө тамамланғанын аңлайым, алда - ялдар, әммә ни ҡылырға? Дүртенсе ҡатҡа тиклем шыуышып менеп булмай..." - тигән Рөстәм Нәбиев.