Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Июль 2020, 14:25

Ғәфү итергә көс тап

Бер-береңдең үткәндәге яңылышлыҡтарын гел иҫкә төшөрөп торһаң...

Тормош булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай инде. Быны барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Әммә айырма шунда: кемдәрҙәлер ул һауыт-һаба көн һайын шалтырай, һәм тауышы бик йыраҡтарға барып ишетелә. Ә икенселәрҙә сыңлап ҡына ҡуя...
Ҡыҙғаныс, ир менән ҡатын араһында тауыш сығыуға ҡайһы ваҡыт бәләкәй генә сәбәп тә етә. Нисек итеп шуны ваҡытында туҡтатып ҡалырға, ҙурға ебәрмәҫкә һуң? Быны эшләү мөмкинме икән? Ә ниңә мөмкин булмаһын ти?! Тик ирҙең дә, ҡатындың да теләге һәм күпмелер көс һалыуы кәрәк. Эйе, һеҙгә тәҡдим иткән был кәңәштәр, ысынлап та, бик ябай. Уларҙы белмәгән, ишетмәгән кеше лә юҡтыр. Әммә ҡабат иҫкә төшөрөү берәүгә лә ҡамасау итмәҫ. Уҡығыҙ һәм тормошта шул ҡағиҙәләр буйынса йәшәргә тырышығыҙ.
Ир менән ҡатындың бер-береһенә ышаныуы мөһим. Улар араһында бер ниндәй ҙә сер булырға тейеш түгел. Кире осраҡта, ҡасан да булһа ике арала аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы, бәхәс сығыуы, аралар һыуыныуы мөмкин. Бер-берең менән барлыҡ темаларға ла асыҡтан-асыҡ һөйләшергә өйрәнегеҙ. Яҡын кешегеҙҙән уйҙарығыҙҙы, борсолоуҙарығыҙҙы йәшерергә ғәҙәтләнмәгеҙ. Көн дауамында ниҙәр булған – барыһын да һөйләгеҙ, уртаҡлашығыҙ. Ихлас булыуҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙ нисек – ул да шулай яуап бирер.
Бер-берегеҙгә юл ҡуя белергә тырышығыҙ. Конфликт килеп тыуғанда, быны эшләү бик ауыр булһа ла, өндәшмәй ҡалырға тырышығыҙ. Хатта үҙегеҙ хаҡлы саҡта ла ғәфү итергә көс табығыҙ. Был осраҡта һеҙ ғауғаны ҙурға ебәреүҙән генә туҡтатып ҡалмайһығыҙ, ә үҙегеҙҙең ни тиклем көслө кеше икәнегеҙҙе лә күрһәтәһегеҙ. Өҫтәүенә тормош юлдашығыҙ янында ихтирам, хөрмәт яулауҙың бер юлы ла.
Бер-берегеҙҙе ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Был – барлыҡ насар нәмәне онотоу тигән һүҙ. Ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр унан башҡа ҡорола алмай. Бер-берегеҙҙең үткәндәге яңылышлыҡтарын гел иҫкә төшөрөп тормағыҙ. Һәм, әлбиттә, бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Ике арала ысын яратыу, ысын хистәр булғанда ғына барлыҡ һынауҙарҙы ла еңеп сығырға мөмкин.

Фото: Doctorate.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: