Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Июль 2020, 21:35

Бер көндә биш кеше “ҡармаҡ”ҡа эләккән...

Тотош ғаиләне төп башына ултыртҡандар.

Нефтекама ҡалаһында бер тәүлек эсендә банк картаһынан аҡса урлауҙары тураһында биш ғариза теркәлгән.
Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөтә енәйәттәр ҙә таныш сценарий буйынса башҡарылған. Билдәһеҙ кеше үҙен банк хеҙмәткәре итеп танытып, мутлашыусыларҙың уның иҫәбен ватып, аҡсаһын алырға тырышыуы хаҡында хәбәр итә. Был уғрылыҡ осрағын булдырмау өсөн карта артындағы номерҙы һәм кодты әйтеүҙе талап итәләр. Бер ҡатлы, эскерһеҙ кешеләр “ҡармаҡ”ҡа нисек эләккәндәрен һиҙмәй ҙә ҡала.
Мутлыҡ менән шөғөлләнеүселәр бер ғаиләне шулай төп башына ултырта, 1949 йылғы ир менән 1952 йылғы ҡатын банк карталары буйынса бөтә мәғлүмәтте алдаҡсыларға әйтеп бирә. Ҡатындың 59 мең һумы, ирҙең 16 мең 500 һум аҡсаһы алдаҡсылар кеҫәһенә күсә. Башҡалар 7 500, 10 000, 11 500 һум аҡсаһынан яҙа. Улар араһында йәштәр ҙә бар.
Фото: yourfoodrus.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: