Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Июль 2020, 17:05

Айгиз, был костюмды ҡайҙан алдың?

Бүләкләү тантанаһында йәш яҙыусының кейеме күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Айгиз Баймөхәмәтов нимә тип яуапланы?

Хәбәр итеүебеҙсә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаһы алғандар араһында быйыл “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов та булды. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ошо тантанала уның кейеме күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. “Айгиз, был костюмды ҡайҙан алдың?” тип һорағандар күп булған.
"Рәсәйҙә, сит илдәрҙә китап уҡыусылар менән йыш осрашам. Ошондай сәфәрҙәр ваҡытында үҙебеҙҙең милли колоритты сағылдырған кейемдә күренге килде. Уны миңә дизайнер Радик Хәйруллин текте. Бик уңайлы һәм стилле кейем. Күптәр ҡыҙыҡһына, ательеның адресын һорай. Тиҙҙән беҙҙең милли костюм бик таралыу алыр, тип уйлайым. Үҙенең үрнәгендә халҡыбыҙ күңелендә мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөүҙе, ихтирамды арттырған республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт. Үҙем иһә сит илдәргә барғанда заманса башҡорт костюмын күрһәтә аласағыма бик шатмын", – тине Айгиз Баймөхәмәтов.
Ысынлап та, киләһе йылда республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтергә торғанда, нәҡ беҙҙең милләткә генә хас, уның тарихын сағылдырған эшлекле кейемдең барлыҡҡа килеүе мәҙәниәт тормошонда оло ваҡиғаға тиң. Уны республика Башлығы Радий Хәбировтың башлап ебәреүе мәртәбәне тағы ла арттыра.
Фото “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: