Торлаҡ мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә мөмкин. Аҙнаның икенсе яртыһында аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал.
БУҒА
Мөхәббәттә лә, ижадта ла уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тик буш хыялдар менән йәшәмәгеҙ, юҡһа төшөнкөлөккә бирелерһегеҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған эш менән шөғөлләнегеҙ, китап уҡығыҙ йә иһә сәйәхәткә сығығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Йондоҙҙар үҙ фекерегеҙҙе ныҡлы яҡларға кәңәш итә. Был арала ялҡаулыҡ тигән төшөнсәне бөтөнләй оноторға тура килер. Эш, мәшәҡәт күбәйеп китер.
ҠЫҪАЛА
Аҙна аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Мөһим эш йөкмәтерҙәр, моғайын. Уның файҙаһын аҙағыраҡ күрерһегеҙ. Матди хәлегеҙ тотороҡһоҙ күренә, аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.
АРЫҪЛАН
Ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне сисә алырһығыҙ. Күңелегеҙ күтәренке булыр. Был арала уй-ниәттәрегеҙҙе башҡаларға һөйләмәү хәйерле, эргәгеҙҙә көнсөлдәр юҡ түгел.
ҠЫҘ
Тыныс аҙна көтөлә. Өҫтәмә аҡса сығанағын табырһығыҙ, яңы тәҡдимдәр алырһығыҙ. Әммә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә, һәр ғәмәлдә эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Осор бер аҙ сабырлыҡ талап итер, моғайын. Үткәндәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә план ҡороу өсөн уңайлы мәл. Сәфәргә сыҡҡандарҙы сағыу ваҡиғалар, ҙур еңеүҙәр көтә.
САЯН
Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһендә ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ. Мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә яңы танышығыҙҙың ярҙамы тейер.
УҠСЫ
Күсемһеҙ милек менән шөғөлләнеү өсөн уңышлы аҙна. Хис-тойғоларығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. 13-14 июлдә дорфалыҡҡа, шик-шөбһәгә юл ҡуймағыҙ, юғиһә өлгәшелгәндәрҙе юғалтырһығыҙ.
ЫЛАҠ
Йондоҙҙар шәхси тормошта уңыш йылмайыр тип фаразлай. Күберәк аралашырға тырышығыҙ. Шул осраҡта бәхет үҙен көттөрмәҫ. Аҙнаның тәүге яртыһы матди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн отошло.
ҺЫУҒОЯР
Дәүләт органдарына мөрәжәғәт итеү, етәкселек менән аралашыу өсөн уңышлы осор. Шәхси мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр.
БАЛЫҠ
Тормошоғоҙ киҫкен боролош яһар. Хәлгә яраҡлашыу өсөн әүҙемлегегеҙҙе арттырырға тура килер. Тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ, тейешле баһаһын алырһығыҙ.