Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июль 2020, 15:50

"Ветеранды үлтереү осрағына бәйле мәғлүмәт бар"

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районында вәхшиҙәрсә үлтерелгән 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеянов хаҡында яҙғайныҡ. Шулай уҡ үлтереүселәрҙе табыуҙа аныҡ ярҙам күрһәткән кешегә 500 мең һум бүләк вәғәҙә ителгәйне.

Дөрөҫөн әйткәндә, вәхшиҙәрҙе тиҙерәк тотоуҙы тотош республика халҡы теләй, сөнки бындай хаяһыҙлыҡ башҡа һыйырлыҡ түгел.
Бөгөн иһә енәйәтселәр хаҡында мәғлүмәт барлығы хаҡында хәбәр иттеләр. 10 июлдә "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" проекты ойошторған "ҡыҙыу линия"ға шылтыратыу булған. Бер кеше енәйәткә, бәлки, мөнәсәбәте булған кешеләрҙе күреүен әйткән. Атап әйткәндә, 8 июль һәләк булған ветерандың йорто янында оҙаҡ ҡына дүрт кеше йөрөгәнен, уларҙың славян ҡиәфәтле булмауын билдәләгән. Улар тирә-яҡты шикләнеп күҙәткәндәй күренгән. Шылтыратыусы шулай уҡ, енәйәтселәргә урындағы кеше йүнәлеш биргән, тигән ышаныста. Үҙе иһә билдәһеҙ булып ҡалыуҙы хуп күргән.
Барлыҡ мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған. Беҙ иһә ҡәбәхәттәр тиҙ арала тотолор һәм тейешле язаһын алыр, тип ышанабыҙ.
Фото: "Уфа 1"
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в