Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июль 2020, 15:55

Сәй табынына - мармелад

Был тәмлекәсте үҙегеҙ эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын!

Бер стакан һут, 30 грамм желатин, 200-300 грамм шәкәр, 100 миллилитр һыу кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә һутты әҙерәк йылытып, желатин менән бергә бутап, 5-7 минут ултыртып торабыҙ. Шунан шәкәр менән һыуҙы утҡа ҡуйып ҡайнатабыҙ. Шәкәре ирегәнсе тотабыҙ.
Артабан сиропты уттан алып, уға желатин менән һут ҡатнашмаһы ҡоябыҙ ҙа һәйбәтләп болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны иләк аша һөҙөп, формаларға һалып ҡатырырға ҡуябыҙ.
Әҙер булғас, мармеладты киҫеп, шәкәрҙә әүәләйбеҙ. Әҙер ризыҡты өҫтәлгә бирергә лә мөмкин.
Фото: Realcooks.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: