Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июль 2020, 16:01

Рәхим итегеҙ: һалҡын аш

Окрошканы һеҙ нисек әҙерләйһегеҙ? Рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, ял көнөгөҙ файҙалы булһын!

300 грамм бешкән ит йәки колбаса, дүрт бешкән картуф, бешкән биш йомортҡа, дүрт ҡыяр, 50 грамм әнис, йәшел һуған, 200 грамм ҡаймаҡ, тоҙ, 1,5-2 литр кеүәҫ алабыҙ.
Тәүҙә картуфты, йомортҡаны, итте бешереп һыуытабыҙ. Картуф менән йомортҡаны әрсеп турайбыҙ, итте ваҡлайбыҙ, ҡыярҙы киҫәбеҙ. Йәшеллекте ваҡлап турап, бөтәһен бергә ҡушып бутайбыҙ. Өҫтөнә кеүәҫ ҡойоп, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Twitter.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: