Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июль 2020, 16:34
Иң ауыры - яңғыҙлыҡтыр...
Йәш саҡ нисек тә үтә, ҡарт көнөңдә бәхетең булһын ул тип ололар бик хаҡ әйткән. Үҙ-үҙеңде ҡарарға ла көсөң етмәй башлағанда эргәңдә хәстәрлекле яҡындарың булыу ҙур бәхет. Ярҙам итерлек, һөйләшеп ултырырлыҡ кешеһе булмаған оло йәштәгеләр ҙә бар был донъяла.
Туғандары була тороп та, ололарының хәле менән ҡыҙыҡһынмаусылар, уларҙы ауыр тормошта яңғыҙҙарын ҡалдырыусылар ҙа етерлек.
Өфөлә ирекмәндәр тағы бер оло кешенең бик аяныслы хәлдә ҡалғанлығы тураһында ишетеп, ярҙамға ашыҡҡан. Ул - 85 йәшлек Евдокия Чиглинцева. Оло кешенең хәстәрләрлек, яҡларлыҡ яҡын кешеһе юҡ. Дөрөҫөрәге, әбейҙең һүҙҙәренсә, ейәне барлыҡҡа-бар, тик уның ҡайҙа йәшәгәнен дә, телефонын да Евдокия әбей белмәй, тимәк, ейәне лә уның тураһында уйлап та бирмәй.
Оло кешенең йәшәү шарттары бик насар, фатир сүп-сар ояһына әйләнгән. Ашарына юҡ тиерлек. Күршеләре хәлдәренән килгәнсә ярҙам итештерә. Әбей үҙе һөйләшеүгә әүәҫ, тик ҡолағы насар ишетә. Ишек алдында өҫтөнә бер кофта ғына кейеп йөрөй тип һөйләй күршеләре. Хәле ауыр булғанлыҡтан, ул торлағын таҙарта алмай, ҡый өйөмө аш бүлмәһенә юлды ҡаплаған хатта. Шаһиттар һөйләүенсә, әбей асыҡҡан ваҡыттарында һалманы сей көйөнсә ашай. Етәрлек туҡланмағанлыҡтан, ул бик хәлһеҙ, аяғында оҙаҡ баҫып тора алмай. Оло кешенең хәленә опека органдарының иғтибарын йәлеп итергә тырышыусыларға белгестәр, закон буйынса, туғандары килеп сыҡмайынса бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ, тип яуаплаған.
Ирекмәндәр тәүҙә үҙ көстәре менән фатирҙы йыйыштырып алырға - сүп-сарҙан таҙартырға, үрсегән бөжәктәрҙе ағыулырға ниәтләй. Тик барыбер клининг компанияһының ярҙамы кәрәк буласаҡ, ти улар. Кеше хәленә битараф ҡалмаған ирекмәндәргә изге эштәрендә уңыштар, ә оло кешегә һаулыҡ, ҡалған ғүмерен яҡшы шарттарҙа, изге күңелле кешеләр уратымында үткәреүен теләйбеҙ.
Теләүселәр булһа, 4817-7601-1761-0430 карта номерына "Дуся әбей өсөн" тип яҙып аҡсалата ярҙам итә ала.
Фото:mediametries.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/I-auiri-ya-i-li-tir-361031/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: