Даирә
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июль 2020, 11:55
Указға йәнә үҙгәреш индерелде
65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе ҡасанға тиклем һаҡланасаҡ?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәреш индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 26 июлгә тиклем һаҡланып ҡала. Улар аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу, элемтә салонына мөрәжәғәт итеү, баҡсаға, дачаға, зыяратҡа барыу өсөн генә урамға сыға ала.
Коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ҡарарына ярашлы, 15 июлдән “профилакторий” йәки “шифахана-һауыҡтырыу лагеры” тигән статусҡа эйә булған, штатында медицина персоналы даими эшләгән, балаларҙы дауалау алып барылған айырым һауыҡтырыу учреждениелары, шулай уҡ ҡайһы бер мәктәп ҡарамағындағы лагерҙар, балалар өсөн хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләй башлай.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ukaz-a-y-n--g-resh-inderelde-360177/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!