Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июль 2020, 13:40

Кемде күмеп ҡуйғандар?

Баймаҡ районы ауылдарының береһендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: пенсионер шәхси ихатаһында кеше һөйәктәре тапҡан.

Баймаҡ районы ауылдарының береһендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: пенсионер шәхси ихатаһында кеше һөйәктәре тапҡан. Хәл 6 июлдә теркәлгән. Асыҡланыуынса, 63 йәшлек ир участкаһында бысраҡ һыу өсөн соҡор ҡаҙый башлаған. Көрәге ниндәйҙер ҡаты нәмәгә төртөлгәс, ул иғтибарлап ҡараған һәм соҡорҙа кеше һөлдәһен күреп шаҡ ҡатҡан. Ир хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Белгестәр билдәләүенсә, һөлдә ер аҫтында 50 йыл самаһы ятҡан. Әлеге ваҡытта һөйәктәрҙе суд - медицина эксперттары тикшерә. Кем, ҡасан, ни өсөн һәм кемде ихатаға күмгән - ошо һорауҙарға яуап эҙләйәсәктәр.
Фото: kp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Kemde-k-mep-uy-andar-360593/
Читайте нас: