Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июль 2020, 11:07

Күрһәгеҙ, хәбәр итегеҙ

7 июлдә билдәһеҙ автомобиль водителе Өфөләге Октябрь проспектында 15 йәшлек үҫмерҙе бәрҙерә лә ваҡиға урынынан ҡаса.

ЮХХДИ-ның Өфө бүлексәһендә белдереүҙәренсә, транспорт сараһы Трамвай урамына ҡарай китеп барған. Ул проспекттағы 176-се йорт алдында баланы бәрҙергән. “Йәйәүле, табаны һыныу сәбәпле, дауаханаға барған һәм медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң ул өйөнә ҡайтарылған”, – тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре был водителде эҙләй. Әгәр кемдер ошо ваҡиға шаһиты булһа, 237-02-02, 279-33-27, 279-33-26 йәки 02, 8-987-104-22-15 телефондары буйынса Өфө ҡалаһы ЮХХДИ-һының юл патруле хеҙмәте полкына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Өфө ҡалаһы ЮХХДИ-һы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: