Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июль 2020, 11:01

“iВолга” быйыл нисек үтә?

Быйыл “iВолга” йәштәр форумы онлайн тәртиптә 24-нән 28 авгусҡа тиклем үтә. Сайттың платформаһында белем биреү һәм мәҙәни-ял программалары эшләйәсәк. Бынан тыш, Волга буйы федераль округында гражданлыҡ институтын үҫтереүгә ярҙам фонды гранттары һәм “Росмолодежь” проекттары конкурстарын үткәреү ҡаралған. Округ конкурсының грант фонды быйыл 10 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

Форумға теркәлеү Рәсәй Йәштәре көнө алдынан, 26 июндән башланды. Унда ҡатнашыу өсөн 20 июлгә тиклем https://myrosmol.ru/event/46965 һылтанмаһы буйынса үтеп, “Рәсәй йәштәре” автоматик идентификация системаһында шәхси кабинет аша ғариза ебәрергә һәм һайлап алыу үтергә кәрәк. Унан форумға инеү мөмкинлеге һәм округтың гранттар конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы биреләсәк. Ә инде әүҙем ҡатнашыусы булырға әҙер түгелһең, тик сараны күҙәтергә теләйһең икән, тамашасы рәүешендә теркәлә алаһың.
Форумдың белем биреү программаһына ярашлы лекциялар, тренингтар, семинарҙар һәм абруйлы ҡунаҡтар менән осрашыу ойоштороласаҡ. Ул үҙ эсенә дүрт тематик йүнәлеште ала: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған “Беҙҙең Еңеү” сменаһы; үҙҙәрен экология, ҡала төҙөү, архитектура өлкәләрендә һынап ҡарарға теләгән йәштәргә – “Тормош өсөн биләмә”, үҙ бизнесын тормошҡа ашырған саҡта теоретик белем һәм практик оҫталыҡ алырға теләгәндәргә – “Минең бизнес”, заманса тикшеренеүҙәр һәм ғилми-ғәмәли эшләнмәләргә арналған “Фән һәм һанлы технологиялар” сменалары ойошторола.
Йәштәрҙе форумда геймификсация, ҡатнашыусыларҙың рейтингына нигеҙләнгән дәртләндереү системаһы, нетворкингты тәьмин иткән чат һәм интерактивтар көтә.
Йыйындың матераилдары – белгестәр лекциялары, дискуссиялар, семинарҙар “iВолги” сайтында оператив рәүештә донъя күреп барасаҡ. Улар һәр теләгән кешегә файҙалы мәғлүмәт алыу өсөн бик кәрәк.
Иртәгә, 9 июлдә 13.00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) https://vk.com/samaroblast төркөмөндә форумдың дирекцияһы вәкилдәре Кристина Гнатюк һәм Олеся Мокеева менән тура эфир үтәсәк. Улар буласаҡ сара тураһында һөйләйәсәк, һорауҙарға яуап бирәсәк.
Был форум Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле патронажы аҫтында үтә. Уны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың ярҙамы менән Һамар өлкәһе Хөкүмәте ойоштора.
Фото: penza-post.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: