Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июль 2020, 20:14

Гөлназ кейәүгә сығырға йыйынамы?..

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның Инстаграм социаль селтәрендә урынлаштырған видеояҙмаһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Видеояҙмала асыҡтан-асыҡ «Мин һине яратам! Сыҡ миңә кейәүгә» тип яҙылған. Улай ғына ла түгел, бынан бер аҙна элек Гөлназ яҙмаһында: "Һөйләгем килә, әммә ярамай, күҙ тейә. Тиҙҙән яңылыҡты һеҙгә лә әйтермен. Һеҙ шаҡ ҡатасаҡһығыҙ!" – тип яҙған ине.
Был һүҙҙәр ҙә шаҡтай ҡыҙыҡһыныу уятты, билдәле. Сираттағы пиармы был, әллә йырсы ысынлап кейәүгә сығырға йыйынамы? Тиҙҙән белербеҙ, моғайын. Нисек кенә булмаһын, бәхетле бул, Гөлназ!

Фото:Old.tnv.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: