Эре һарымһаҡ йыйып алаһың килһә, уның уҡтарын ваҡытында өҙөп алырға көрәк. Әгәр уларҙы ваҡытында өҙмәһәң, һарымһаҡ бөтә көсөн шуларға ебәрә. Һарымһаҡты ҡасан йыйып алырға кәрәклеген белеү өсөн бер нисә уҡты һабаҡта ҡалдырырға мөмкин. Шул орлоҡтар өлгөрөп, асылғас, һарымһаҡты түтәлдән йыйып алырға ла була.
Өҙөп йәки киҫеп алған уҡтарҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙан бик тә тәмле тәмләткестәр әҙерләргә мөмкин. Ҡайһы бер хужабикәләр уларҙы киҫкелеп туңдырғысҡа ҡуя, консервалап, маринадлап та ҡуйыусылар бар.
Һарымһаҡ уҡтарынан әҙерләнгән пастаны икмәккә яғып ашарға ла була, икенсе аштарға ҡушыу өсөн дә яҡшы. Бындай паста әҙерләү өсөн һарымһаҡ уҡтарын киҫкеләп, блендерҙа ваҡларға, йәки ит үткәргестә сығарырға, шуға тәменсә тоҙ һәм 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушырға кәрәк.