Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 12:20

Яҡлашырға бер ир заты ла сыҡмаған

Йыртҡыс хәленә еткән иҫерек йәштәр төркөмө егеттең битенә менеп һикерә башлағас...

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ халҡы ҡот осмалы ҡырағай күренешкә шаһит булған. Таңғы сәғәт 4-тәр тирәһендә балалар майҙансығында йыртҡыс хәленә еткән иҫерек йәштәр төркөмө бер егетте туҡмаған.
Был хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, компания тәүҙә төн буйы күңел асып сыға: эсәләр, шаулайҙар. Ә таңғы сәғәт 4-тәрҙә ҡурҡыныс итеп ҡысҡырышҡан, аҡырышҡан тауыш тетрәндерә.

Бер ҡатын яҙыуынса, яҡындағы йортта йәшәгәндәр йоҡлай алмай, шаулашҡан йәштәр бер егетте туҡмай, битенә менеп һикерәләр, тағы берәүһенә эләктерәләр. "Үҙем әсә булараҡ, битараф ҡала алманым, егетте яҡлашырға сыҡтым. "Ашығыс ярҙам" һәм полиция саҡырҙыҡ", ти ул.

Бахыр егетте яҡлашырға йорттан бер ир заты ла сыҡмай. Ярай әле ҡыйыу ҡатын табылған, ваҡиғаның ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс...

Фото: bashnews.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в