– Иллегә иллелер. Ауылда үҫһәк тә, ҡала тормошона өйрәндек. Ауылда ла эшләп арыта, көн дә бер нимә: иртән тораһың, һыйыр аҫты йыйыштыраһың, быҙау арҡанлайһың, төшкө ашта тағы аҫтын йыйыштырып, бесән һалаһың. Кис менән дә шул уҡ хәл. Улар өйрәнгән инде, ләкин беҙҙең эш башҡаса булғанғамы, арыта. Шуға Ҡазанға ҡайтып киләбеҙ. Унда ла дүрт стена эсендә туйҙырып ебәрә, кире ауылға ҡайтабыҙ. Тора-бара нисек булыр, кеше ҡартая-ҡартая ергә яҡыная тиҙәр бит. Бәлки, берәй ер алып, өй һалып ҡуйырбыҙ.