Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 15:20

Прокурор 18 йыл һораған

Бер йәшлек балаһын үлтереп, ихатаһындағы тиреҫ аҫтына күмгән 29 йәшлек әсәгә ниндәй яза тейеш?

Бер йәшлек сабыйын үлтереп, ихатаһында күмгән ҡатынға яза рәүешендә прокурор уны 18 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораған.
Дүртөйлө районында йәшәгән 29 йәшлек ҡатындың вәхшиҙәрсә ҡылығы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Фажиғә былтыр август айында булғайны. Ул саҡта ҡатын баланың серле рәүештә юғалыуын хәбәр иткәйне.
Малайҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Әммә 31 августа ҡот осҡос яңылыҡ мәғлүм булды: баланың кәүҙәһе әсәнең йорто ихатаһында, тиреҫ аҫтынды табылды.
Ҡатын был хәлде былай аңлатҡан: малай илап уянғас, уны тынысландырырға тырышҡан, ул илауҙан туҡтамағас, быуа башлаған. Малай бөтөнләй тынғас ҡына ҡатын нимә эшләгәнен аңлаған һәм кәүҙәһен ихатаға сығарып күмгән. Унан инде "бала юғалды" тип саң ҡаҡҡан...
Республика прокуратураһы бала ғүмерен ҡыйған вәхши әсәне 18 йылға холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатыуҙы, унан тағы ла ике йылға иркен сикләүҙе һорай.
Фото: "Уфа 1" порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: