Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июль 2020, 19:30

Пневмония менән сирләгән кешеләр күбәйгән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 45 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 5731-ға етте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 45 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 5731-ға етте. Һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 3520 (һуңғы тәүлектә 157 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 19. Республика стационарҙарында – 405, амбулатор шарттарҙа 1701 кеше дауалана.
Шул уҡ ваҡытта пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 227 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 420235 кеше тикшерелгән.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: